Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Ил иҡтисадын модернизациялау буйынса Комиссия ултырышында ҡатнашасаҡ

Сәйәсәт

28 февралдә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Ил иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса комиссия ултырышында ҡатнашасаҡ.

Комиссияның егерме беренсе ултырышында ҡатнашыусылар «Рәсәй Федерацияһы граждандарына дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү сараһы булараҡ универсаль электрон карта» темаһын тикшерәсәк, тип хәбәр итә төбәк башлығы матбуғат хеҙмәте.

РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса комиссияның төп бурыстары – ил иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса дәүләт сәйәсәтен әҙерләү, шулай уҡ төрлө кимәлдәге власть органдары һәм эшҡыуарҙар берләшмәһенең был өлкәләге эшмәкәрлеген яраштырыу.

Комиссия рәйесе — Рәсәй Федерацияһы Президенты.

Комиссияның рәсми сайты: http://www.i-russia.ru/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть