3 декабрь, Шәмбе

28 февраль 2011 йыл, 14:18

Стәрлетамаҡ филармонияһының Силәбе өлкәһендәге гастролдәре тамамланды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Силәбе өлкәһендә Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы гастролдәре тамамланды.  Улар башҡорттар күпләп йәшәгән ерҙә — Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарында үтте.  

Стәрлетамаҡ филармонияһының йәш коллективына 10 йыл самаһы. Әммә профессиональ сифаттары арҡаһында ул тамашасылар һөйөүен яулап та өлгөргән.

Филармонияның 70-ләгән артисы ҡатнашҡан сағыу, матур тамашаны Көньяҡ Урал халҡы лайыҡлы баһаланы. Башҡорт артистарының сығыштары алты тораҡ пунктта үтте, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең мабуғат секретары Михаил Хәбиров.

Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондары хакимиәттәре менән берлектә гастролдәрҙе ойоштороусы булып Ҡоншаҡ районында тыуып үҫкән, әле Стәрлетамаҡ филармонияһындә эшләгән Ришат Хәмитов сығыш яһаған. Был эште Силәбе өлкәһендәге Башҡортостан вәкиллеге лә хуплаған.