Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Благовар районында «Һарайлы» тарихи-мәҙәни үҙәге асыласаҡ

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһының Благовар районында Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» тарихи-мәҙәни үҙәген асыу тураһында» Указына ҡул ҡуйҙы. Ул Иҫке Усман ауылында урынлашасаҡ.

«Һарайлы» тарихи-мәҙәни үҙәге Башҡортостандың үҙ теләге менән Рәсәй составына инеүенең рухи ҡомартҡыһына әйләнергә тейеш, сөнки Ҡәнзәфәр бей Рус дәүләтенә ҡушылыу яҡлы булған һәм тарихсылар тарафынан Рәсәй составына инеү тураһында һөйләшеүҙәрҙе башлаған төп башҡорт парламентарийы тип танылған. Бынан тыш, бындай үҙәктәр халыҡ кәсептәренең, халыҡтарҙың тарихи хәтеренең тергеҙелеүенә, һәйкәлдәрҙең, телдең һәм милли мәҙәниәттең һаҡланыуына булышлыҡ итә.  

Указға ярашлы, республика Хөкүмәтенә һәм Благовар районы хакимиәтенә бер ай эсендә тарихи-мәҙәни үҙәкте ойоштороу буйынса саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылған, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть