9 декабрь, Йома

28 февраль 2011 йыл, 13:08

«Башнефть» нефть запастарын арттыра

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса Федераль агентлыҡ «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә федераль әһәмиәттәге ер аҫты участкаһына лицензия бирҙе. Ул Р.Требс һәм А.Титов исемендәге нефть ятҡылыҡтарын үҙенә индерә. Лицензия биреү өсөн Рәсәй Хөкүмәтенең 2011 йылдың 7 февралендә ҡул ҡуйылған 152-р бойороғо нигеҙ булып тора.  

Лицензия 25 йылға бирелә. Лицензия участкаһы Ненец автономиялы округы территорияһында урынлашҡан. Уның майҙаны ике мең квадрат километрҙан ашыу. Дәүләт балансында иҫәпкә алынған сәнәғәт категорияһындағы (С1+С2) дөйөм нефть запастары 140,1 млн тонна тәшкил итә.

— Тиман-Печораға сығыу менән компаниябыҙ нефть табыу географияһын ҡырҡа киңәйтә һәм сығарылған нефть запастарын 30 процентҡа арттыра, – тип билдәләй «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Виктор Хорошавцев. — Киләсәктә был, эшкәртеү тәрәнлеге күрһәткесе бөгөн илдә иң яҡшыһы булған Өфө нефть эшкәртеү заводтарының технологик потенциалын файҙаланып, компанияға нефть табыу һәм эшкәртеү күләмдәрен арттырыу мөмкинлеге бирәсәк. Бөтә был факторҙар ахыр сиктә «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең инвестияциялар йәлеп итеүсәнлеген үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.