10 декабрь, Шәмбе

28 февраль 2011 йыл, 11:09

Өфөлә иң ҡыйбат фатир 46 миллион һумға һатыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Уҙған аҙнала Өфө буйынса икенсел торлаҡҡа уртаса хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалды. Ул 46,33 мең һум тәшкил итә. Бер бүлмәле фатирҙар сегментында хаҡтар — 0,2 процентҡа, өс бүлмәлеләрҙә 0,1 процентҡа артты. Ике бүлмәле һәм күп бүлмәле фатирҙар 0,1 һәм 0,2 процентҡа арзанайҙы.  

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанованың мәғлүмәте буйынса, әлеге ваҡытта ҡалалағы иң арзан өс бүлмәле фатир 800 мең һумға һатыла. Был 45 квадрат метрлыҡ торлаҡ К.Маркс урамындағы йортта урынлашҡан. Иң ҡыйбат фатир 46 миллион һум тора. Ул биш бүлмәле, дөйөм майҙаны — 270 квадрат метр, Достоевский урамында урынлашҡан.

Бүлмәләр сегментында иң арзан хаҡ – 500 мең һум: Интернациональ урамы, 12 кв. метр. Иң юғары хаҡ – 1170 мең һум: Космонавтар урамы, 10,9 кв. метр.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 20 миллион һумға тәҡдим ителә. Ул Аҡманайҙа урынлашҡан, майҙаны — 450 квадрат метр.