4 декабрь, Йәкшәмбе

28 февраль 2011 йыл, 10:55

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Илгиз Солтанморатовҡа ышаныс күрһәтергә ҡарар итте

автор: «Башинформ»

26 февралдә Өфөлә «Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үткәрелде. Уның барышында иң ҙур халыҡ-ара башҡорт йәмәғәт ойошмаһын үҫтереү буйынса мөһим проблемалар тикшерелде. Башҡортостан биләмәһендә, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының ватандаштарыбыҙ йәшәгән төбәктәрендә башҡорт телендә телевизион тапшырыуҙар алып барыу торошона һәм перспективаларына айырым иғтибар бирелде. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эше барышында башҡа мәсьәләләр араһында йәмәғәт ойошмаһының хәҙерге рәйесе Илгиз Солтанморатовҡа ышаныс күрһәтеү мәсьәләһе тауышҡа ҡуйылды. «Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы

(конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитеты күпселек тауыш менән үҙ етәксеһенә ышаныс күрһәтергә тигән ҡарар ҡабул итте.