8 декабрь, Кесе йома

28 февраль 2011 йыл, 10:16

Йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса проекттар конкурсы иғлан ителде

автор: Эльмира Сабирова

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән республика йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәге йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән проекттар һәм программалар конкурсын иғлан итте.  

— Һуңғы йылдарҙа Рәсәй йәштәр хеҙмәт баҙарында һалынған хәл ярайһы уҡ көсөргәнешле. Йәштәр араһында теркәлгән һәм теркәлмәгән эшһеҙлек масштабтары үҫә бара, уның оҙайлылығы арта. Халыҡтың башҡа категориялары менән сағыштырғанда йәштәрҙең конкуренцияға һәләтлелеге түбән булыуы арҡаһында уларҙың мөмкинлектәре тағы ла нығыраҡ сикләнә. Ошо сәбәптәр арҡаһында шундай конкурс үткәрергә ҡарар ителде лә, — тип аңлаттылар БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.

Уның маҡсаттары — йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү буйынса иң ҡыҙыҡлы һәм тормошҡа ашырырлыҡ проекттарҙы асыҡлау, ыңғай тәжрибәне дөйөмләштереү һәм таратыу.

Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡатнашыу өсөн конкурс тематикаһы буйынса мөһим тикшереү, нигеҙле һығымталар, уны тормошҡа ашырыу буйынса тәғәйен һөҙөмтәләр, шулай уҡ үҫеш потенциалы бирелгән һәм оҙайлы ваҡытҡа планлаштырылған проект тураһында документтар пакеты әҙерләргә кәрәк.

Материалдарҙы Өфө, Ленин урамы, 10-сы йорт, 27/1 бүлмә адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 250-67-84.

Ентекле мәғлүмәттәр www.mmpsrb.ru рәсми сайтында «Йәштәр сәйәсәте» (Конкурстар) бүлегендә.