Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Виталий Мутко мини-футбол үҫешенә ярҙам иткәне өсөн Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәтен белдерҙе

Йәмғиәт

Рәсәйҙең спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко республика территорияһында «Мини-футболды — мәктәпкә» һәм «Мини-футболды — юғары уҡыу йорттарына» күләмле спорт проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыуға ярҙам иткәне өсөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәтен белдерҙе.

Хатта билдәләнеүенсә, Рәсәй Мини-футбол ассоциацияһы менән берлектә РФ Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы менән тормошҡа ашырылған был проекттар йәш быуынды спорт менән даими шөғөлләнеүгә, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға әүҙем йәлеп итеүгә булышлыҡ итергә тейеш. Өҫтәүенә был дөйөм Рәсәй проекттарын дәүләт башлығы Дмитрий Медведев менән Хөкүмәт Рәйесе Владимир Путин хуплай.

Виталий Мутко, спорт, атап әйткәндә, мини-футбол үҫеше буйынса Башҡортостан менән уңышлы хеҙмәттәшлек артабан да дауам ителәсәк, тигән ышанысын белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть