Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Мартта һәм апрелдә алыҫ араларға йөрөүсе поездарға билеттар арзанаясаҡ

Иҡтисад

9 марттан «Федераль пассажирҙар компанияһы» (ФПК) асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең алыҫ араға йөрөүсе поездарына билеттар хаҡына миҙгелле кәметеү коэффициенты йоғонто яһаясаҡ.

Был көндән «ФПК» акционерҙар йәмғиәтенең Рәсәй Федерацияһы сиктәрендә йөрөүсе поездарының плацкарт һәм дөйөм вагондарында йөрөү хаҡы уртаса йыллыҡ тарифтан 12 процентҡа кәмерәк буласаҡ. Кәметеү коэффициенты 50 көн буйына — быйыл 9 марттан  27 апрелгә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта «люкс», СВ класлы вагондарҙа һәм купе вагондарында уртаса йыллыҡ тарифтың 10 проценты күләмендә ташлама яһаласаҡ, тип хәбәр иттеләр Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһендә.  

2011 йылға тарифтарҙы көйләү графигы «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сайтында «Пассажирҙарға» бүлегендә баҫылған. Тарифтарҙың үҙгәреү осорон белеп, пассажирҙар сәфәрҙәрен алдан планлаштыра һәм шуға бәйле сығымдарын кәметә ала.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть