7 декабрь, Шаршамбы

25 февраль 2011 йыл, 14:22

Төнөн Башҡортостанда һыуыҡ буласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Яҡындағы ял көндәрендә Башҡортостанда һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Төнөн элеккесә һыуыҡ буласаҡ, көндөҙ – һиҙелерлек йылыраҡ.

Гидрометеорология мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 26 һәм 27 февралдә төндә республика буйынса 28-30 градус һыуыҡ булыуы көтөлә. Көндөҙ һауа минус 10-16 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Тотош төбәктә аяҙ буласаҡ.

Синоптиктар күҙаллауынса, календарь буйынса яҙ етһә лә, бындай һауа торошо киләһе аҙнала ла һаҡланасаҡ.