11 декабрь, Йәкшәмбе

25 февраль 2011 йыл, 17:01

Төбәгебеҙҙә «айыҡ ауылдар» һаны арта бара

автор: Тимур Рәхмәтуллин

«2011 йылғы айыҡ ауыл» республика конкурсына яңы ауыл биләмәләре ҡушылды. Был турала йома көндө «Айыҡ Башҡортостан» ижтимағи хәрәкәте рәйестәше Роберт Дәүләтшин хәбәр итте.

Конкурста хәҙер Йәрмәкәй районының Ҡолбай, Күпсәнәй, Рәтамаҡ һәм Спартак ауылдары, Әбйәлил районының Ҡырҙас, Әхмәт һәм Учалы районының Һөләймән ауылдары ҡатнаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурста ҡатнашыуға иң беренсе булып Белорет районының Мөхәмәт, Хәйбулла районының Йәнтеш һәм Ғафури районының Сәйетбаба ауылдары заявка бирҙе. Был ауыл биләмәләре эскелеккә ҡаршы кампания сиктәрендә саралар үткәрә башланы ла инде.  

Роберт Дәүләтшин әйтеүенсә, «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәте конкурсҡа һәр райондан берәр булһа ла ауыл биләмәһен йәлеп итергә планлаштыра.

«2011 йылғы айыҡ ауыл» республика конкурсы Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәте тарафынан үткәрелә.