8 декабрь, Кесе йома

25 февраль 2011 йыл, 15:58

Кама аша күпер Башҡортостан менән Удмуртияны тоташтырасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Тиҙҙән Удмуртия менән Башҡортостанды Кама аша күпер тоташтырасаҡ. Был ике республика араһында транспорт бәйләнешен яҡшыртырға ярҙам итәсәк һәм урау юлдар менән йөрөүҙән ҡотҡарасаҡ. Был турала Удмурт Республикаһы Дәүләт Советы Рәйесе Александр Соловьев Өфөгә рәсми сәфәре барышында хәбәр итте.

— Күпер төҙөү – ике төбәк өсөн дә мөһим проблема, — тине ул Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙан һуң. – Бөгөн был мәсьәлә хәл ителгән тиерлек. Төҙөлөш өсөн кәрәкле сумма беҙгә федераль бюджеттан бүленәсәк.

Рөстәм Хәмитов менән осрашыу ваҡытында Александр Соловьев ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауылдар яҙмышы темаһын да ҡуҙғатты. Уның фекеренсә, ауылдарҙың бушап ҡалыу, халыҡтың ҙур ҡалаларға күсенеү проблемаһы илдең бөтә төбәктәренә лә хас.  

Александр Соловьев иҫәпләүенсә, был проблеманы бер ни тиклем ауылдарҙа мәктәп төҙөү юлы менән хәл итергә мөмкин. Ауылда мәктәп – ул тик мәктәп кенә түгел. Ул шул уҡ ваҡытта мәҙәниәт үҙәге лә.  

Рөстәм Хәмитов менән Александр Соловьев Башҡортостан менән Удмуртия араһында сәнәғәт һәм төбәктәрҙә милләт-ара татыулыҡты нығытыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек перспективаларын да тикшерҙе.