10 декабрь, Шәмбе

25 февраль 2011 йыл, 15:26

Удмуртия менән Башҡортостан парламенттары араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

25 февралдә Өфөлә Удмуртия һәм Башҡортостан парламенттары спикерҙары Александр Соловьев менән Константин Толкачев Удмурт Республикаһы Дәүләт Советы менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Килешеүгә Удмуртия Республикаһы парламент делегацияһының Башҡортостанға сәфәре сиктәрендә ҡул ҡуйылды.

Килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында УР Дәүләт Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары Виктор Кушко, УР Дәүләт Советы Рәйесе урынбаҫары Светлана Кривилева, УР Дәүләт Советындағы ЛДПР депутат фракцияһы етәксеһе Андрей Маркин, УР Дәүләт Советы Рәйесе ярҙамсыһы Александр Мурашов, БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров, БР Дәүләт Йыйылышы Секретариаты етәксеһе Зөфәр Еникеев, БР Дәүләт Йыйылышы Комитеттары рәйестәре Альбина Буранғолова, Франис Сәйфуллин, Рауил Бикбаев ҡатнашты.

Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай парламент-ара бәйләнештәрҙе үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирә: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Рәсәй Федерацияһы субъекттары, шулай уҡ сит илдәр – Төркиә, Чехия, Көньяҡ Корея закондар сығарыу власть органдары менән хеҙмәттәшлеге тураһында 22 Килешеүгә ҡул ҡуйылды, тип билдәләне. Константин Толкачев, ҡул ҡуйылған Килешеү Удмурт Республикаһы парламентарийҙары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте яңы кимәлгә күтәрер, тигән ышаныс белдерҙе.

— Беҙ коллегаларыбыҙ менән закон проекттары әҙерләүҙә тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ, фекер уртаҡлашасаҡбыҙ, республикаларыбыҙҙа күтәрелгән закондар мониторингы практикаһын өйрәнәсәкбеҙ, ҡануниәт практикаһындағы ҡаҙаныштарҙы файҙаланасаҡбыҙ, — тине ул.

Константин Толкачев Удмурт Республикаһы Дәүләт Советы Рәйесе Александр Соловьевҡа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет билдәһен тапшырҙы.