10 декабрь, Шәмбе

25 февраль 2011 йыл, 14:42

БДМУ «Сәләмәт йәшәү рәүеше вузы» исеме өсөн көрәшәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡорт дәүләт медицина университеты (БДМУ) «Сәләмәт йәшәү рәүеше вузы» исеме өсөн Бөтә Рәсәй юғары профессиональ белем биреү учреждениелары конкурсында ҡатнашасаҡ. Уны «Берҙәм Рәсәй» Бөтөн Рәсәй сәйәси партияһы, РФ Мәғариф һәм фән министрлығы һәм РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы ярҙамында «Рәсәй Медицина һәм фармацевтика вуздары ректорҙары советы» Төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы үткәрә.

БДМУ-ның рәсми сайтында (www.bgmy.ru) Башмедуниверситет ректоры вазифаһын башҡарыусы Вил Тимербулатовтың ҡултамғаһы менән студенттарҙы, профессор-уҡытыусылар составын сәләмәтләндереү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса вуз эшмәкәрлеге программаһы ҡуйылды. Конкурсҡа тап ул тәҡдим ителәсәк тә.

Йомғаҡ яһау 2011 йылдың мартында үткәреләсәк. Бөтөн донъя сәләмәтлек көнөнә (7 апрелдә) конкурс еңеүселәре раҫланасаҡ. Советтың дөйөм йыйылышында еңеүсе вуз ректорына күсмә «Рәсәй Медицина һәм фармацевтика вуздары ректорҙары советы кубогы» тапшырыласаҡ. Конкурста еңеүсе вуз, номинацияларҙа еңеүсе вуздар һәм вуз-призерҙар конкурс дипломдары менән бүләкләнәсәк.

Башҡорт медицина университетында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау даими алып барыла. Студенттарҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын һаҡлау һәм нығытыу проблемаларын хәл итеүгә: уларҙы социаль яҡлау формаларын камиллаштырыуға, «Белем биреү процесы һәм студенттар менән дәрестән тыш эш концепцияһы», «Тәрбиәүи эш программаһы», «Студенттарҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын һаҡлау буйынса саралар программаһы» кеүек өҫтөнлөклө программалар әҙерләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға айырыуса ҙур иғтибар бирелә.