7 декабрь, Шаршамбы

25 февраль 2011 йыл, 13:24

Өфөлә туған телдәр проблемаларын тикшерҙеләр

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Тимур Рәхмәтуллин

Өфөлә «Күп милләтле дәүләт шарттарында Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү проблемалары» түңәрәк өҫтәле үткәрелде. Осрашыу Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналды. Сараны БР Йәмәғәт палатаһы ойошторҙо.  

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар хәҙерге заман шарттарында туған телдәрҙең әһәмиәтен һәм рус теленең ролен тикшерҙе.  

БР Йәмәғәт палатаһының Фән, мәғариф һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комиссияһы рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисаметдинова республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау зарурлығын билдәләне.

— Беҙ башҡорт теленең юғала барыусы телдәр иҫәбенә эләгеүе айҡанлы бик тә борсолабыҙ, — тине Фирҙәүес Хисаметдинова. – Бөгөн башҡорт телендә миллиондан ашыу кеше һөйләшә, ләкин был ҡурҡыныс Башҡортостандың башҡа халыҡтары телдәренә лә янай.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Евгения Яковлева, туған телдәр менән дәүләт теле араһында нисбәт аҙағынаса асыҡланмаған әле, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әммә ул, Рәсәй халыҡтары өсөн берләштереүсе фактор булып рус теле торорға тейеш, тип билдәләне.

Үҫеп килеүсе быуынды туған телендә уҡытыу тураһында БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф һәм төбәктәр хеҙмәттәшлеге бүлеге начальнигы Рәйсә Күзбәкова һөйләне.

— Яңы стандарттар буйынса туған телдәр федераль уҡыу әсбаптары исемлегенә индерелгән, — тип хәбәр итте Рәйсә Күзбәкова. – Бөгөн Рәсәй уҡыу пландарының өс вариантын тәҡдим итә. Базислы план туған телдәрҙе өйрәнеүҙе индерә. Рус балалары уҡыған мәктәптәр өсөн планда туған телде өйрәнеү ҡаралмаған. Һәм өсөнсө вариант – милли мәктәптәр өсөн.

Республиканың милли берләшмәләре вәкилдәре, рус теле ил халыҡтарын берләштерә, тигән фекер менән килеште, ләкин туған телдәргә лә ҙурыраҡ иғтибар бирергә тәҡдим итте.