8 декабрь, Кесе йома

25 февраль 2011 йыл, 11:53

Сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу программаһы эшләй башланы

автор: Әлфиә Әһлиуллина

2011 йылдан Башҡортостан Республикаһында «Алкоголь ҡулланыуҙы, тәмәке тартыуҙы ҡыҫҡартыуҙы һәм наркоманияға ҡаршы көрәште индереп, 2011-2015 йылдарға БР халҡында сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу» маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Ул халыҡта сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеүгә, наркотик сараларға бәйле синдром менән сирләү кимәлен кәметеүгә ынтылыш уятыуға булышлыҡ итергә тейеш. Был турала «Физик культура, спорт һәм туризмдың көнүҙәк проблемалары» V халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһының пленар ултырышында БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡортостан медицина профилактикаһы үҙәге белгестәре һөйләне. Улар шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләүҙең төп параметрҙарын билдәләне һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса мәғлүмәт материалдарын: брошюралар, листовкалар, плакаттар, кеҫә календарҙары, видеофильмдар таратыуҙы ойошторҙо.

Физик культура буйынса халыҡ-ара конференция Өфөлә 24 февралдә башлана һәм шәмбегә тиклем дауам итәсәк. Унда Рәсәй Федерацияһы Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы вәкилдәре ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.