9 декабрь, Йома

25 февраль 2011 йыл, 10:51

Ғинуарҙа бюджет килемдәре 7 миллиард һумдан ашып китте

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Быйыл 1 февралгә ҡарата Башҡортостандың тупланма бюджеты килемдәр буйынса 7155,9 миллион һумға үтәлде, йәғни уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 102,1 процент. Сығымдар буйынса – 4324,1 миллион һумға.

Был турала Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығында хәбәр иттеләр. Ғинуар айында килемдәр буйынса бюджет үтәлеше 5643,8 миллион һум тәшкил итте, шунан һалым һәм һалым булмаған килемдәр — 4067,9 миллион һум.  

Бюджетты тулыландырыуҙың төп сығанаҡтары булып физик шәхестәр табыштарына, ойошмалар килеменә, милеккә һалымдар тора. Ойошмалар килеменә һалымдар кереме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 179,2 миллион һумға, йәғни бер ярым тапҡырға артты. Акциздар кереме 66,4 миллион һумға, йәғни 6,4 процентҡа кәмене. Дәүләт милкендә булған мөлкәтте файҙаланыуҙан табыштар, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 2,6 тапҡырға артып, 1107,2 миллион һум тәшкил итте.  

Ғинуар айында республика бюджеты сығымдары 3489 миллион һум күләмендә финансланды. Быға түбән торған бюджеттарға финанс ярҙамы күрһәтеү, республика учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүгә, медикаменттар, аҙыҡ-түлек продукттары һатып алыуға, граждандарға социаль ярҙам сараларын тормошҡа ашырыуға, пособиелар түләүгә һәм башҡаларға сығымдар инә. Капитал һалыуҙарҙы финанслауға 100,3 миллион һум, йәғни Башҡортостан бюджетының бөтөн сығымдарының 2,9 проценты йүнәлтелде. Үрҙә күрһәтелгән йүнәлештәргә бөтөн төбәк бюджеты сығымдарының 90,2 проценты тура килә.

1 февралгә урындағы бюджеттар килемдәре — 2487,7 миллион һумға, сығымдар 1793,8 миллион һумға үтәлде.