Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Парламент власть һәм ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары мөнәсәбәттәрен көйләй

Сәйәсәт

24 февралдә Башҡортостан парламенты тарафынан беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына дәүләт ярҙамы тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 7-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең дәүләт ярҙамы алған республика ауыл хужалығы кооперативтарының хужалыҡ, финанс һәм башҡа эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт биреү тәртибен билдәләүен ҡарай.

Закон проекты шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының, Рәсәй Федерацияһы закондары менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының эшмәкәрлегенә ҡыҫылырға тейеш түгел, тип аныҡлай.

Закон проектын «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына дәүләт ярҙамы тураһында» республика законына коррупцияға ҡаршы экспертиза һөҙөмтәләре буйынса Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет әҙерләгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть