Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Иң яҡшы архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлектәре билдәләнде

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында Башҡортостан райондары һәм ҡалалары араһында иң яҡшы архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлегенә йыллыҡ конкурсҡа йомғаҡ яһанылар. Ул был йүнәлештәге алдынғы тәжрибәне асыҡлау, дәртләндереү, пропагандалау һәм таратыу маҡсатында үткәрелә.  

Конкурс бүлектәрҙең производство, норматив һәм ижади эшмәкәрлеге күрһәткестәре, шулай уҡ уларҙың финанс-иҡтисади хәле буйынса баһаланды. «Муниципаль райондар араһында иң яҡшы архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге» номинацияһында Белорет районы хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге еңеү яуланы. Икенсе урынды — Бәләбәй, өсөнсөнө Дүртөйлө районы алды.

«Ҡала округтары араһында иң яҡшы архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге» номинацияһында төп награда Күмертау ҡалаһына бирелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть