7 декабрь, Шаршамбы

25 февраль 2011 йыл, 9:20

2010 йылда 10,5 мең гектарҙан ашыу майҙанда урмандар тергеҙелде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Былтыр Башҡортостанда тергеҙелгән урмандар майҙаны 10,5 мең гектарҙан ашыу тәшкил итте. Был турала кесе йома көнө БР Урман хужалығы министрлығы коллегияһында ведомство башлығы Рәжәп Нәбиуллин хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, дәүләт унитар предприятиелары үҙ бурыстарын тулыһынса үтәне. Арендаторҙар эштәрҙең 31 процентын башҡарҙы.

— Ҡуртымға алынған территорияларҙа ағас ултыртыу республика урман хужалығының төп проблемаларының береһе булып тора, — тине министр. — Ағас әҙерләү алып барыу-бармауына ҡарамаҫтан, һәр арендаторға ҡарата ҡәтғи саралар күрергә кәрәк.  

Былтыр 34 мең килограмм орлоҡ йыйылды, шул иҫәптән 3930 килограмм ылыҫлы ағастар орлоғо. Тубырсыҡ йыйыу һәм эшкәртеү дауам итә. Питомниктарҙа сәсеү майҙаны 53 гектар тәшкил итте. Әле 60 миллиондан ашыу үҫенте бар, уларҙың яртыһы – стандартлы. Был дәүләт контракттарына ярашлы ҡуртымға алынмаған участкаларҙа ағас ултыртыу күләмдәрен үтәү өсөн етерлек.

Башҡортостандың урман хужалығы министры, урмандарҙы тергеҙеүҙе уңышлы үтәү өсөн киләсәктә питомниктарҙа сәсеү майҙанын 60-70 гектарға еткерергә, ваҡытында тәрбиәләү һәм һыу һибеүҙе ойошторорға кәрәк, тип билдәләне.  

— Янғындан зыян күргән участкаларҙы таҙартырға һум уларҙа урмандарҙы тергеҙеү сараларын үткәрергә кәрәк, — тине Рәжәп Нәбиуллин. – Бынан тыш, ҡырҡылған һәм юҡҡа сыҡҡан участкаларҙа урмандарҙы өҙлөкһөҙ һәм зыянһыҙ файҙаланыу өсөн дәүләт контракттарына һәм урмандарҙы үҙләштереү проекттарына ярашлы ваҡытында урмандарҙы тергеҙеү сараларын үткәрергә кәрәк.