3 декабрь, Шәмбе

24 февраль 2011 йыл, 17:41

Мәҙәниәт өлкәһендә Башҡортостан Президенты гранттарына 103 заявка бирелде

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты гранттарына дәғүә итеүгә 103 заявка бирелде, шуларҙың 43-ө — коллективтарҙан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, заявкалар ҡабул итеү 1 февралдә тамамланды.

БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл грантҡа дәғүә итеүселәр һаны артты, ләкин күпкә түгел. Былтыр төбәк башлығы ярҙамына 95 мәҙәниәт эшмәкәре һәм коллектив дәғүә иткәйне. Министрлыҡ ҡарамағындағы эксперт төркөмө заявкаларҙы ҡарауға тотонған да инде. Март аҙағында грантҡа эйә булыусылар исемдәре билдәле булыуы ихтимал.  

Президент гранттарына дәғүә итеүгә конкурс БР Президентының «БР мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында»ғы Указына ярашлы үткәрелә. Быйыл ул өсөнсө тапҡырға үткәрелә.

Йыл һайын мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә 100 мең һум күләмендәге БР Президенты грантына 25 кеше, шулай уҡ биш ижади коллектив эйә була. Коллективтар өсөн грант суммаһы 300 мең һум тәшкил итә.