5 декабрь, Дүшәмбе

24 февраль 2011 йыл, 17:00

2010 йылда Башҡортостанда 10 тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек бракка сығарылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

2010 йылда Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре 7 799 тикшереү үткәрҙе. Былтырғы контроль һәм күҙәтеү саралары йомғаҡтары тураһында Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында ведомство етәксеһе, республика буйынса баш санитар врач Роберт Такаев һөйләне.  

Былтыр Башҡортостанда дөйөм 10 408 килограмм ауырлыҡтағы 1 455 партия сифатһыҙ һәм хәүефле аҙыҡ-түлек сеймалы һәм продукттар бракка сығарылды. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре 10,1 миллион һумлыҡ 3 809 аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙы әйләнештән алды.

Асыҡланған етешһеҙлектәр өсөн Рәсәй Федерацияһы закондарына ярашлы административ яза биреү ҡулланылды. Коллегияла әйтелгәнсә, былтыр 17,5 миллион һумға 8 026 штраф һалынды. Тикшереүҙәр барышында иҫкәртеү формаһында административ яза биреү тураһында 178 ҡарар сығарылды. Судьялар объекттар эшмәкәрлеген административ туҡтатыу тураһында 95 ҡарар ҡабул итте.

Идаралыҡ республика ҡулланыусылары хоҡуҡтарын яҡлауын дауам итә. Мәҫәлән, санитария закондарын һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса закондарҙы боҙоу менән бәйле билдәләр буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәләне хәл итеү өсөн бер материал хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелде. Судҡа ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлап 60 ғариза бирелде.