Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Социаль торлаҡ төҙөлөшөнә ерҙе бушлай бүләсәктәр

Сәйәсәт

Башҡортостанда социаль торлаҡ төҙөүсе ойошмаларға ер участкаларын бушлай бүлеүҙе ғәмәлгә индерергә планлаштырыла. Ярашлы закон проекты кесе йома көнө БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде.

Республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов хәбәр итеүенсә, социаль торлаҡ төҙөлөшөнә дәүләт һәм муниципаль милектәге ер участкаларын биреүҙең ғәмәлдәге тәртибе торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙе тотҡарлай. Әлегә тиклем закон менән шәхси кешеләргә генә йорт төҙөү өсөн ерҙе бушлай бүлеү ҡаралды. Социаль торлаҡ төҙөүсе юридик шәхестәр участкаларҙы сауҙалашыу һөҙөмтәләре буйынса алырға мәжбүр булды.

Бындай система квадрат метрҙың үҙҡиммәтен арттыра һәм бөтә ил буйлап тормошҡа ашырылған социаль торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән сәйәсәткә ҡаршы килә.

Республика депутаттары «БР-ҙа ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» республика законына үҙгәрештәр индереүҙе маҡсатҡа ярашлы тип тапты. Был республиканың дәүләт унитар предприятиелары тарафынан төҙөлгән социаль йүнәлештәге коммерция булмаған ойошмаларға йорттар төҙөүгә участкаларҙы бушлай алырға мөмкинлек бирәсәк. Һөҙөмтәлә бөтә республика буйлап торлаҡтың үҙҡиммәтен ярайһы уҡ кәметергә һәм төҙөлөштө киң йәйелдерергә мөмкин буласаҡ.

Теги: ҡануниәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть