11 декабрь, Йәкшәмбе

24 февраль 2011 йыл, 15:26

Соцстрах фонды түләүҙәре 11 миллиард һумдан ашып китте

автор: Ғәлиә Нәбиева

РФ Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенең 2010 йылдағы сығымдары 11 миллиард 300 милион һум тәшкил итте. Был элгәре йылға ҡарағанда 2 процентҡа күберәк. Был мәғлүмәттәрҙе ведомствоның Координацион советы ултырышында төбәк бүлексәһе етәксеһе Марат Латипов килтерҙе.

Бюджеттың төп өлөшөн һәр ваҡыттағыса пособиелар түләүгә сығымдар тәшкил итә. Отчет осоронда сығымдарҙың дөйөм суммаһында уларҙың өлөшө 83 процент, йәғни 9 миллиард 300 миллион һум тәшкил итте.

Ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек һәм әсәлек менән бәйле түләүҙәргә 7 миллиард 700 миллион һум аҡса тотонолдо. Производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ ауырыуҙарҙан мотлаҡ социаль страховкалауға 780 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Федераль бюджет һәм Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды бюджеты средстволары иҫәбенә финансланған сығымдар 2 миллиард 800 миллион  һум тәшкил итте.

Түләүҙәр структураһында ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек буйынса пособиелар ярайһы уҡ ҙур өлөштө биләй. Йыл эсендә 800 меңгә яҡын эшләүсе 3 миллиард 700 миллион һум самаһы ошондай пособиелар алды, был 2009 йылдағынан 12 процентҡа күберәк. Былтырҙан алып пособиелар иҫәпләп сығарыу тәртибе үҙгәрҙе, был 2009 йыл менән сағыштырғанда уртаса көнлөк пособие күләменең артыуына килтерҙе.