5 декабрь, Дүшәмбе

24 февраль 2011 йыл, 14:46

Республикала транспорт һалымы кәмейәсәк

автор: "Башинформ"

Башҡортостандың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың утыҙ бишенсе ултырышында «Транспорт һалымы тураһында» БР Законының 2-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» хөкүмәт инициативаһы менән сығыш яһаны.

Үҙгәрештәрҙең асылы төбәк халҡына транспорт һалымы буйынса ғәмәлдәге ставканы эҙмә-эҙ кәметеүгә ҡайтып ҡала. Был бурыс Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тарафынан йөкмәтелде.

— Физик шәхестәргә двигатель ҡеүәте 100 ат көсөнә тиклем булған автомобилдәр буйынса билдәләнгән тәртиптә теркәлгән бер транспорт сараһы өсөн ставканы 7,5 һумдан 5,5 һумға тиклем кәметергә тәҡдим ителә, — тип хәбәр итте Рузалия Хисмәтуллина.

Башҡортостан транспорт һалымы буйынса күрһәтелгән льготалар суммаһы буйынса Волга буйы федераль округы субъекттары һәм Мәскәү, Санкт-Петербург, Мәскәү өлкәһе кеүек башҡа субъекттар араһында беренсе урында тора. Һалым льготалары күрһәтеү менән бәйле бюджетҡа инмәгән һалым суммаһы, һалым органдары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 540 миллион һум тәшкил итте.

100 ат көсөнә тиклем ҡеүәтле еңел автомобилдәр хужалары өсөн һалым күләме сирек өлөштән ашыуға кәмейәсәк, ә транспорт һалымы ставкаһын кәметеүҙән социаль һөҙөмтә 150 миллион һум тәшкил итәсәк, тип көтөлә.

Депутаттар күпселек тауыш менән тәҡдим ителгән Закон проектын беренсе уҡыуҙа хупланы, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.