3 декабрь, Шәмбе

24 февраль 2011 йыл, 12:24

Өфөлә Башҡортостан парламентының пленар ултырышы үтә

автор: Марина Шумилова

Өфөлә дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 35-се ултырышы асылды. Уның көн тәртибендә 40-тан ашыу мәсьәлә.  

Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова парламентарийҙарға республикала 2010 йылда бала хоҡуҡтарын, азатлыҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен күҙәтеү һәм яҡлау тураһында доклад тәҡдим итәсәк. Депутаттар 24 закон проектын ҡараясаҡ. Уларҙың өсәүһе – өсөнсө уҡыуҙа. Биш закон проекты – икенсе һәм тағы 16-һы беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ.

Парламентарийҙар «Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында»ғы Федераль закондың 29-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм «Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында Рәсәй Федерацияһы Кодексының 7.6 һәм 8.14 статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль закон проекттарын Дәүләт Думаһына индереү буйынса закон сығарыу инициативаларын тикшерәсәк.

Депутаттар алдында шулай уҡ республиканың туғыҙ суд участкаһы мировой судьяларын һәм Адвокат палатаһы ҡарамағындағы квалификация комиссияһына БР Дәүләт Йыйылышының ике вәкилен һайлау бурысы тора.