Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов хәрби частар командирҙары менән осрашты

Сәйәсәт

22 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәрби частар командирҙары менән осрашты. Төбәк башлығы офицерҙарҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.

— Ватанды һаҡлаусыларыбыҙ үҙҙәренең алдында торған бурыстарҙы үтәй ала, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Башҡарма власть органдары беҙҙең республикала хеҙмәт итеүсе хәрбиҙәргә ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.

Президент һүҙҙәренә ҡарағанда, хәрбиҙәргә ярҙам күләме артабан арттырыла барасаҡ.

Республиканың хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы Илдар Баһауетдинов Президентҡа хәрби саҡырылыш һәм Башҡортостандағы хәрби хеҙмәткәрҙең тормошо тураһында һөйләне.

—Хәрби комиссариаттың республика ҡалаларында һәм райондарында урынлашҡан 44 бүлеге, мобилизация әҙерлеге, хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы ойоштороу һәм үткәреү, хәрбиҙәрҙе социаль яҡтан тәьмин итеү бурыстарын ғәмәлгә ашыра, — тине хәрби комиссар вазифаһын башҡарыусы.

Илдар Баһауетдинов әйтеүенсә, 2010 йылда Башҡортостандан илебеҙҙең Ҡораллы Көстәре сафына 20 меңдән ашыу кеше саҡырылған. Хәрби хеҙмәткә алыныусылар һаны һәм сифаты буйынса республика алдынғы урындарҙың береһен биләй. Республикала урынлашҡан хәрби частарҙы Башҡортостандан саҡырылыусылар менән комплектлау хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында социаль көсөргәнешлекте бөтөрөргә ярҙам итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть