6 декабрь, Шишәмбе

24 февраль 2011 йыл, 11:06

Халыҡты эш менән тәьмин итеү сараларын тормошҡа ашырыуға 38 миллион һум бүленәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Быйыл хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса төбәк программаларын федераль финанслау дауам иттереләсәк. Бында үҙ-үҙеңде эш менән тәьмин итеү программаларына баҫым яһау күҙаллана. Был турала видеоселектор кәңәшмәһе барышында РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Александр Жуков хәбәр итте.

– Мәшғүллек буйынса хәлде яҡшыртыуға хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса төбәк программалары айырыуса ҙур йоғонто яһаны, – тип билдәләне Александр Жуков. – Улар көрсөк йылдарында ҙур роль уйнаны, шуға күрә лә беҙ уларҙы бер аҙ яңыртып, быйыл да һаҡларға ҡарар иттек.  

БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төбәк программаларының иң һөҙөмтәле элементы тип Александр Жуков үҙ-үҙеңде эш менән тәьмин итеү программаһын тормошҡа ашырыуҙы атаны, сөнки тап ошо сара даими эш урындары булдырырға мөмкинлек бирә.  

Быйыл Башҡортостан халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү буйынса өҫтәмә саралар төбәк программаһының төп йүнәлештәрен тормошҡа ашырыуға үҙ бюджетынан 38 миллион һумдан ашыу аҡса бүлергә планлаштыра.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2011 йылдың 13 ғинуарындағы указы менән Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһын раҫланы. Уны тормошҡа ашырыуға 2011 йылда республика бюджетынан 38,9 миллион һум аҡса бүленә.

Быйыл эш урындары булдырыуға йүнәлтелгән саралар системаһында мөһим йүнәлештәрҙең береһе булараҡ, эшһеҙ граждандарҙың үҙ-үҙен эш менән тәьмин итеүен үҫтереүгә баҫым яһала. Был маҡсатҡа  программаны финанслау күләменең 60 проценттан ашыуы йүнәлтелә. Белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларға стажировка үткәреүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленәсәк, уны ойоштороуға бүленгән средстволарҙың дүрттән бер өлөшө тотоноласаҡ.