7 декабрь, Шаршамбы

24 февраль 2011 йыл, 10:16

24-26 февралдә Өфөгә Удмурт Республикаһы Дәүләт Советы делегацияһы киләсәк

автор: Марина Шумилова

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев саҡырыуы буйынса 24-26 февралдә Өфөгә Удмурт Республикаһы Дәүләт Советы спикеры Александр Соловьев етәкселегендә Удмуртия делегацияһы килеүе көтөлә. Удмуртия парламентарийҙарының рәсми сәфәре барышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән Удмурт Республикаһы Дәүләт Советы араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ.

Парламент делегацияһы сәфәре программаһында — «Яңы Тәтешле» Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге вәкилдәре менән осрашыу, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының тарихи резиденцияһына барыу, Алексеевка ауыл Советы ауыл биләмәһенең һәм «Алексеевка» совхозының социаль объекттары менән танышыу, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институты Археология һәм этнография музейы экспозицияларын ҡарау.