7 декабрь, Шаршамбы

24 февраль 2011 йыл, 9:37

Зәйҙә Башҡорт мәҙәниәте көндәре үтте

автор: Марина Шумилова

Татарстанда, Зәй ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте көндәре үтте. Унда Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Румил Аҙнабаев етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты.  

«Энергетик» ҡала Мәҙәниәт һарайында Нефтекаманан «Ҡәрҙәштәр» башҡорт ансамбле Зәй халҡы алдында ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны. Мәҙәниәт һарайы фойеһында «Китап» нәшриәтенең башҡорт телендәге китаптарынан күргәҙмә һәм уларҙы һатыу ойошторолдо.  

Концерттан һуң «Хәҙерге ваҡытта туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау проблемалары» түңәрәк өҫтәле үткәрелде, унда Зәй районының мәғариф, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, эшҡыуарҙары, шулай уҡ Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы ҡатнашты.