7 декабрь, Шаршамбы

22 февраль 2011 йыл, 16:56

«Башҡортостан» киностудияһы яңы проект өсөн кастинг үткәрә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Башҡортостан» киностудияһында яңы проектта — Василий Лучинкин сценарийы буйынса тулы метражлы «Һауығыу» фильмында төп һәм икенсе дәрәжәләге ролдәргә кастингылар үтәсәк. Үҙен киноактер ролендә һынап ҡарарға теләүселәрҙе бында 26 һәм 28 февралдә көтөп ҡалалар.

Атап әйткәндә, 26 февралдә профессионал булмаған кешеләр өсөн кинопробалар үтәсәк, 28-ендә кастингка дипломлы актерҙар саҡырылған, тинеләр киностудияла.

Фильмды «Сөмбөлдөң етенсе йәйе», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Алйотлоҡ» картиналары, «Айыу» һәм «Арҡайым сере» сериалдары буйынса билдәле режиссер Булат Йосопов ҡуясаҡ.

Яңы кинопроект сюжеты олимпия резервы мәктәбендә бокс менән шөғөлләнеүсе гимназия уҡыусыһы тирәләй ҡороласаҡ. Көтөлмәгәндә ул әсәһенең ҡаты сирле булыуы хаҡында белә: врачтар унда ҡан рагы булыуын асыҡлай. Уны кисекмәҫтән һөйәк мейеһен күсереп ултыртыу операцияһы ғына ҡотҡара аласаҡ, ләкин бының өсөн бик күп аҡса талап ителә. Рингта сигенеп өйрәнмәгән фильм геройы был юлы ла сигенмәҫкә ҡарар итә...

Кастинг тураһында ентекле мәғлүмәттәр – 272-64-56 телефоны буйынса.