10 декабрь, Шәмбе

22 февраль 2011 йыл, 15:58

24 февралдә суд ҡарарҙарын үтәү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителә

автор: Евгений Рәхимҡолов

24 февралдә РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә суд ҡарарҙарын үтәү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итеү ойошторола. Мөрәжәғәт итеүселәрҙе Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Луиза Колошеина ҡабул итәсәк.

Ҡабул итеү 15 сәғәттә башлана.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100-сө йорт («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы).

Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс