5 декабрь, Дүшәмбе

22 февраль 2011 йыл, 15:30

Иҡтисад һәм юриспруденция буйынса республика олимпиадалары үтәсәк

автор: Руфина Хананова

7 апрелдән 15-енә тиклем Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы һигеҙенсе тапҡыр юриспруденция һәм иҡтисад буйынса республика студенттар олимпиадаһы үткәрә. Олимпиада үткәреү майҙансығы итеп Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты һайланды.

Олимпиадалар үткәреү маҡсаты булып студенттарҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, уларҙың юриспруденция һәм иҡтисад өлкәһендәге белем кимәлен күтәреү, шулай уҡ һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм республиканың кадрҙар потенциалын булдырыу тора.

Буласаҡ иҡтисадсылар «Предприятиелар иҡтисады», «Финанс-иҡтисади анализ», «Һалымдар һәм һалым һалыу», «Консультант Плюс хоҡуҡ системалары менән эшләү күнекмәләре» номинацияларында заданиеларҙы үтәргә тейеш буласаҡ. Юридик олимпиада «Конституция хоҡуғы», «Гражданлыҡ хоҡуғы», «Енәйәт хоҡуғы», «Консультант Плюс хоҡуҡ системалары менән эшләү күнекмәләре» йүнәлештәре буйынса үтәсәк.

Еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы дипломдары, шулай уҡ ҡиммәтле приздар һәм бүләктәр тапшырыласаҡ. Ҡатнашыуға заявкаларҙы беренсе мартҡа тиклем nd@respectrb.ru адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Өҫтәмә мәғлүмәтте БР Мәғариф министрлығының www.morb.ru сайтында алырға мөмкин.