9 декабрь, Йома

22 февраль 2011 йыл, 14:49

Өфө уйын бизнесын еңә алмай

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө бөтөн Рәсәй территорияһында тыйылған уйын бизнесын еңә алмай. Шишәмбе көнө Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итеүенсә, бөгөн Өфөлә, бер ниндәй тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, 73 уйын клубы эшләүен дауам итә.

— Ҡаланың көс структураларына был проблемаға етди тотонорға ваҡыт, — тине Павел Качкаев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, закон буйынса махсус бүленгән дүрт зонанан — Приморье, Алтай крайы, Калининград өлкәһе, шулай уҡ Краснодар крайы менән Ростов өлкәһе сиге — тыш, Рәсәйҙең бөтөн территорияһында ҡомарлы уйындар ойоштороуға тыйыу 2009 йылдың 1 июленән үк көскә ингәйне. Әммә Өфө биләмәһендә был законды тулы кимәлдә үтәүгә өлгәшеп булмай әлегә. Урындағы властар һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары икенсе йыл уйын клубтарына ҡаршы көрәш алып барыуын дауам итә. 2010 йылда ғына Өфөнөң йәшерен казиноларында 1228 уйын автоматы, дүрт рулетка һәм 22 кәрт уйыны өҫтәле тартып алынды. Ләкин йәшерен бизнес һәүәҫкәрҙәрен уларға ҡаршы көрәштең ғәмәлдәге ысулдары туҡтатмай.  

Йәшерен казино проблемаһы Башҡортостан баш ҡалаһына ғына түгел, башҡа бик күп ҡалаларға ла хас. Күптән түгел Рәсәй генпрокуроры Юрий Чайка Мәскәү, Һамар, Свердловск өлкәләрендә, Дағстанда һәм Ставрополь крайында уйын клубтары булыуға киң тикшереү үткәрергә күрһәтмә бирҙе. Быға эшҡыуарҙарҙың береһен Мәскәү эргәһендәге 15 ҡалала йәшерен казинолар селтәре ойоштороуҙа ғәйепләү сәбәп булып торҙо.