4 декабрь, Йәкшәмбе

22 февраль 2011 йыл, 14:41

Башҡортостанда наркополиция туғыҙ водителдең наркоман булыуын асыҡлаған

автор: Ольга Мортазина

«Хәүефһеҙ транспорт» операцияһы барышында Наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре табип-наркологтар менән берлектә 10 көндә 180 водителде тикшергән. Шуларҙың туғыҙының эш ваҡытында наркотиктарҙан иҫергән хәлдә булыуы асыҡланған. Таксиҙа йөрөгән Өфө кешеһе дезоморфин ҡулланған булған. Октябрьскийҙан маршрутка водителе көн һайын төшкө аш ваҡытында  сираттағы наркотик порцияһын алыу өсөн наркопритонға йөрөгән. Ишембайҙағы опий наркоманы шәхси транспортында кеше йөрөтөп аҡса эшләгән. Бәләбәй һәм Сибайҙа үҙҙәренең сит ил маркалы машинаһында йөрөгән бер нисә кешенең наркоман булыуы асыҡланған.

— Ҡайһы бер осраҡтар хаҡында беҙгә иғтибарлы граждандар хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрөп үткем килә, Наркоконтролдең ышаныс телефоны эшләүен дауам итә 8-800-347-20-30, конфиденциаллек гарантиялана, — тип хәбәр итте Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Эльза Хәбибуллина.

БР буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы ЮХХДИ мәғлүмәте буйынса, 2010 йылда Башҡортостанда наркотиктарҙар иҫергән килеш автотранспорт руле артына ултырған 107 граждан яуаплылыҡҡа тарттырылған.