8 декабрь, Кесе йома

22 февраль 2011 йыл, 13:57

Тажикстан Өфөлә үҙенең генконсулын тәғәйенләне

автор: Евгений Рәхимҡолов

Тажикстан Өфөлә үҙенең генераль консулын тәғәйенләне. Ул – элек Тажикстан Республикаһы Президентының тышҡы сәйәсәт буйынса советнигы булған Содик Имомов. Ярашлы приказға был дәүләттең сит ил эштәре министры ҡул ҡуйҙы. Генконсул үҙ вазифаһын үтәүгә 1 мартта уҡ тотонасаҡ.

Өфөлә Тажикстандың Генераль консуллығын асыу тураһында мәсьәлә күптән күтәрелеп килә ине. 2008 йылдың авгусында уҡ Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйғайны. Шул саҡта уҡ генконсуллыҡ эше, Башҡортостандан тыш, Волга буйы һәм Уралдың тағы 13 төбәген солғап аласаҡ, тип күҙалланғайны. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында Өфөлә Тажикстан вәкиллеген асыу кисектерелеп килде, һәм, ахыр килеп, Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ыңғай ҡарар 2010 йылдың аҙағында ғына ҡабул ителде.  

Өфөлә Тажикстан консуллығы ике яҡлы нигеҙҙә асыла. Тажикстанда ла ошондай уҡ Рәсәй вәкиллеге барлыҡҡа килергә тейеш, сөнки ике илдәге бындай дипломатик нөктәләр һаны тигеҙ булырға тейеш.  

Өфөлә генераль консул тәғәйенләү менән бер үк ваҡытта Екатеринбургта генконсул тәғәйенләү мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителде. Был вазифаны элек Тажикстандың Сит ил эштәре министрлығының Консуллыҡ идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарған Парвиз Асоев биләне. Ул үҙ вазифаһын башҡарыуға 21 февралдә тотондо.

темалар: тышҡы сәйәсәт