Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө властары боҙбармаҡтарға һуғыш иғлан итте

Йәмғиәт

Өфө властары боҙбармаҡтарға һуғыш иғлан итте. Проблеманы шишәмбе көндө Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев күтәрҙе.

Уның әйтеүенсә, бөгөн ҡаланың өс районына ҡыйыҡтарҙағы ҡар ҡатламы һәм уның ҡыйыҡ ситенән һалынып тороуы буйынса дәғүәләр бар. Дим районында талаптарға яуап бирмәгән — 17 объект, Совет районында – 11, Калинин районында дүрт объект барлығы асыҡланған.

Павел Качкаевтың билдәләүенсә, һыуыҡтар таҙартылмаған ҡыйыҡтар өсөн аҡланыу була алмай. Эштәр бер нәмәгә ҡарамай башҡарылырға тейеш, сөнки кешеләр ғүмере хәүеф аҫтына ҡуйылыуы ихтимал.

Йыл һайын тиерлек Өфөлә ҡыйыҡтан төшкән боҙбармаҡтар арҡаһында кешеләр һәләк була. Былтыр март айында шундай осраҡ булды: бер көндә ҡыйыҡтан ҡар шыуыуы арҡаһында бер юлы ике ир-егеттең ғүмере өҙөлдө.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть