Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Яңауылда яңы һөт заводы асылды

Иҡтисад

Яңауыл ҡалаһында һөт эшкәртеү заводын асыу тантанаһы үтте.  

Тантаналы сараны асып, Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов, яңы һөт эшкәртеү заводы райондың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре менән тығыҙ һәм, иң мөһиме, үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлектә эшләйәсәк, тигән ышанысын белдерҙе. Һөҙөмтәлә бынан барыһы ла уңасаҡ: һөт етештереүсе -сифатлы сеймал, район аграрийҙары – һөт һатыу баҙары, ә Яңауыл халҡы урында етештерелгән сифатлы һәм арзан продукция аласаҡ.

Район башлығы ярайһы ауыр иҡтисади хәлгә, һәр төрлө хәүефтәргә ҡарамаҫтан, яңы завод төҙөлөшөнә аҡса һалырға ҡурҡмаған инвестор Рәмзил Низаметдиновҡа рәхмәтен еткерҙе.

Үҙ сиратында, Рәмзил Низаметдинов, завод продукцияһы яңауылдарға мөмкин тиклем осһоҙ хаҡҡа һатыласаҡ, һәр ваҡыт яҡшы сифатлы һәм киң ассортиментта буласаҡ, тип вәғәҙә бирҙе.  

Бөгөнгө көндә завод ҡеүәттәре тәүлегенә ҡырҡ тоннаға тиклем һөт эшкәртергә мөмкинлек бирә (ике сменалы режимда), унда 50-ләп кеше эшләйәсәк.  Бында ҡаты сырҙан тыш, һөт продукцияһының бөтөн төрҙәре лә сығарыласаҡ. Йәмғеһе 12 төрҙән ашыу продукция. Һынау өсөн сығарылған һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, кефир һәм башҡа төрлө һөт продукцияһы партияһын урындағы халыҡ тиҙ арала һатып алып бөттө.  

Теги: сәнәғәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть