5 декабрь, Дүшәмбе

22 февраль 2011 йыл, 12:46

Һыу инеү миҙгеленә Өфөлә 30 градуслы һыуыҡта әҙерләнә башланылар

автор: Евгений Рәхимҡолов

Шишәмбелә ҡала башлығы Павел Качкаев ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө пляждарын һыу инеү миҙгеленә әҙерләү мәсьәләһе күтәрелде. Уның әйтеүенсә, урамда 30 градуслыҡ һыуыҡтар торһа ла, ысынбарлыҡта июнгә күп ҡалмаған, ә пляждарҙы әҙерләү буйынса эштәр алып барылмай.

Былтыр августа Павел Качкаев ҡала хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығына Өфөнөң барлыҡ төп пляждары яңы һыу инеү миҙгеленә уның буйынса йыһазландырылырға тейеш буласаҡ стандарт планлаштырыу әҙерләргә ҡушты. Былтырғы йәй ҡала пляждарының цивилизациялы ялға яраҡһыҙлығын күрһәтте. Сүп-сар өйөмдәре, туалеттар һәм душ кабиналарының булмауы Өфө пляждарының күбеһенә хас күренеш ине. Шул уҡ ваҡытта уларҙың насар торошта булыуы ял итеүселәргә уңайһыҙлыҡтар килтереүҙән тыш, бик йыш бәхетһеҙлек осраҡтарына ла сәбәпсе булды. Миҫал өсөн, Өфөнөң Калинин районындағы пляждарҙың береһендә булған фажиғә күптәрҙең хәтерендәлер, унда йүнләп нығытылмаған һыу багы алты йәшлек ҡыҙ баланың өҫтөнә төштө.

—Уҙған йылдағы торошон үҙгәртмәгән пляждар башҡаса эшләмәйәсәк,— тине Павел Качкаев. – Шулай уҡ асылыуға әҙер булмаған пляждарҙағы кафелар ҙа асылмаясаҡ. Уҙған йылда шундай хәлдәр ҙә күҙәтелде: кафелар пляждарҙан берәр ай алдан асылды. Хәтерҙә тоторға кәрәк, бындай кафелар ял итеүселәр өсөн асыла, ә күмәкләп яҡын-тирәлә йыйылған эсергә яратыусылар өсөн түгел.

Павел Качкаев һүҙҙәренсә, Өфө властары ҡала парктарындағы йәйге кафелар менән дә ныҡлап шөғөлләнергә йыйына. Һәм тап ҡала хакимиәте ҡаршыһында урынлашҡан, йәйгеһен башлыса һыраханаларҙан ғына торған М. Ғафури паркынан башлаясаҡтар.