8 декабрь, Кесе йома

22 февраль 2011 йыл, 12:28

Төбәк банкыларын үҫтереү буйынса эш алып барыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй үҫеш банкы (РосБР) идараһы рәйесе Сергей Крюков һәм РФ Дәүләт Думаһы депутаты Анатолий Аксаков менән осрашты. Унда бәләкәй һәм урта бизнесҡа кредит биреүҙе камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде. Республика башлығы, төбәк әлеге ваҡытта яңы үҫеш этабында, һәм беҙ РосБР менән хеҙмәттәшлек итеү яҡлыбыҙ, тип билдәләне.  

— Беҙгә төбәк банкыларын үҫтерергә кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Иҡтисади сәйәсәт һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Анатолий Аксаковтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан ҡеүәтле иҡтисади потенциалға эйә.

— Республика етәкселеге төрлө проблемаларҙы хәл итеүҙең яңы юлдарын эҙләй, — тине ул. – Төбәк банкылары менән үҙ-ара һөҙөмтәле мөнәсәбәттәр юлға һалына, бәләкәй һәм урта бизнесҡа кредит биреү юҫығында әүҙем эш алып барыла. Һәм был Рәсәй үҫеш банкы өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора.

Бөгөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн кредиттар алыуҙа стагнация күҙәтелә. Сергей Крюков, бизнес-берләшмәне бәләкәй бизнесҡа кредит бирергә ҡыҙыҡһындырырға кәрәк, тип хәбәр итте.

— Беҙ льготалы шарттар һәм түбән кредит ставкалары менән программалар тәҡдим итәбеҙ, — тип аңлатты ул. – Былар барыһы ла эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеген стимуллаштырыуға ярҙам итергә тейеш. Шулай уҡ беҙ моноҡалаларға ярҙам итергә мөмкинлек биреүсе программаларға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Башҡортостан Президенты менән беҙ үҙ-ара хеҙмәттәшлектең күп кенә юлдарын тикшерҙек. Берлектәге тырышлыҡтарыбыҙ республикала бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә, шулай уҡ банк партнерҙары даирәһен киңәйтеүгә булышлыҡ итер, тип ышанам.