3 декабрь, Шәмбе

22 февраль 2011 йыл, 11:42

Роспотребнадзор финанс хеҙмәттәре баҙарында хоҡуҡтарҙы яҡлау мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө алдынан Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы «Финанс хеҙмәттәрен ҡулланыусылар союзы» (ФинПотребСоюз) финанс хеҙмәттәре баҙарында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе менән берлектә граждандар ҡабул итеүҙе ойоштора. Идаралыҡ белгестәре финанс хеҙмәттәре өлкәһендә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү буйынса көнүҙәк һорауҙарға яуап бирәсәк. Республика халҡын 2011 йылдың 10 мартында 16.00 сәғәттән 18.00-гә тиклем Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә көтәләр. Алдан яҙылыу һәм белешмәләр өсөн телефон: (347) 229-90-63.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө, халыҡ-ара ҡулланыусылар хәрәкәте көнө булараҡ, «Ҡулланыусылар ғәҙел финанс хеҙмәттәре өсөн» девизы аҫтында 2011 йылдың 15 мартында билдәләнә.