10 декабрь, Шәмбе

22 февраль 2011 йыл, 10:23

Белореттың һуғыш ветерандары торлаҡ алды

автор: Айгөл Кирамова | фото: Айгөл Кирамова

Дүшәмбе көнө Белорет районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов тантаналы шарттарҙа өс Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына федераль бюджет средстволары иҫәбенә торлаҡ һатып алыуға социаль түләү биреү тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы.  

«Ветерандар тураһында» һәм «Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында» закондарға ярашлы, һуғыш ветерандары, уларҙың тол ҡатындары, сирләү арҡаһында инвалидтар һәм инвалид балалары булған ғаиләләр торлаҡ мәсьәләһендә социаль яҡлау сараларына дәғүә итә ала. Был субсидия ярҙамында ветеран Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә торлаҡ һатып ала ала. Субсидия Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығы тарафынан билдәләнгән 1 квадрат метрҙың хаҡынан (Башҡортостан Республикаһы өсөн бөгөн был хаҡ бер квадрат метр өсөн 27800 һум тәшкил итә) һәм торлаҡ майҙанынан (ветерандар өсөн 36 квадрат метр майҙан билдәләнгән) сығып иҫәпләнә. Шулай итеп, хәҙерге ваҡытта субсидия күләме 1000800 һум тәшкил итә. Ветеран ошо суммаға тигеҙ хаҡ буйынса торлаҡ йәки, өҫтәп түләп, ҙурыраҡ майҙанлы торлаҡ һатып ала ала.  

Усачев Петр Григорьевич, Скурлатова Наталья Яковлевна һәм Фролов Иван Андреевич торлаҡ һатып алыуға таныҡлыҡ хужалары булды. Белорет районы муниципаль районында 2010-2011 йылдарҙа бөтәһе 47 ветеран торлаҡ шарттарын яҡшыртты. «Әгәр элек 2005 йылдың 1 мартына тиклем иҫәпкә торған ветерандар ғына дәүләттән торлаҡҡа дәғүә итә алһа, хәҙер иһә, иҫәпкә ҡуйыу датаһына ҡарамаҫтан, бөтә мохтаж булған ветерандарҙың үҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде», — тип билдәләне Белорет районы хакимиәтенең торлаҡ секторы мөдире Наилә Мосалева.  

Владислав Миронов ветерандарҙы тормоштарындағы был мөһим ваҡиға менән ихлас күңелдән ҡотланы һәм уларға һаулыҡ, именлек теләне:

— Һуғыш бынан 66  йыл элек тамамланды, ләкин беҙ уны мәңге онотмаясаҡбыҙ һәм һеҙҙең батырлығығыҙҙы хөрмәтләйәсәкбеҙ. Һис шикһеҙ, Бөйөк Ватан һуғышының бөтә ветерандары ҙур иғтибарға лайыҡ. Беҙ һеҙҙең алда ҙур бурыслыбыҙ! Беҙҙең өсөн иң мөһиме — Белорет районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары беҙҙең хәстәрлегебеҙҙе һәм ярҙамыбыҙҙы тойһон.