6 декабрь, Шишәмбе

22 февраль 2011 йыл, 9:54

Ғалимдар һәм йәмәғәтселәр эко- һәм агротуризм үҫеше перспективаларын тикшерҙе

автор: Сергей Захаров

Мәләүез районының Нөгөш ҡасабаһында «Экологик һәм агротуризм үҫешенең инновацион технологиялары» семинары үтте.

Унда ғалимдар, Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарын ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү институты уҡытыусылары, «Башҡортостан» милли паркы, «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы, «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы, туристик базалар һәм Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды вәкилдәре ҡатнашты.

«Башҡортостан» милли паркында һәм уның эргә-тирәһендәге биләмәләрҙә экологик һәм агротуризмды үҫтереү мөмкин генә түгел, уның тәбиғи биотөрлөлөгөн артабан өйрәнеү һәм һаҡлау өсөн файҙалы ла буласаҡ, тип билдәләнде.

Туристик продукттың сифатын тәьмин итеү, уны рекламалау маҡсатында агротуристик хужалыҡтарҙың һәм милли парктың үҙ-ара эш итеү моделе әҙерләнде һәм тәҡдим ителде.

Бынан тыш белгестәр туризм өлкәһендә уҡытыу семинарҙары үткәреүҙе маҡсатҡа ярашлы тип таба һәм республиканың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре етәкселәренә Башҡортостанда экологик туризмды ойоштороу менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнә алырлыҡ белгестәр әҙерләүгә иғтибар бирергә кәңәш итә.