3 декабрь, Шәмбе

21 февраль 2011 йыл, 17:49

Башҡорт академия театрында Василий Шукшиндың хикәйәләре буйынса спектакль әҙерләйҙәр

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Март башында уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Василий Шукшиндың хикәйәләре буйынса спектакль ҡуйыласаҡ. Башҡорт драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов һөйләүенсә, уны бер юлы өс режиссер әҙерләй: Айрат Әхтәм улы үҙе, йәш режиссер Арыҫлан Йәнбәков һәм режиссер ассистенты Илсур Ҡаҙаҡбаев.

— Шукшин менән бәйле беҙҙә бик ҡыҙыҡлы хәл килеп сыҡты. Былтыр беҙ уның әҫәрҙәренең береһен сәхнәләштереүгә Бөтөн Рәсәй грантын яуланыҡ, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында Шукшин материалы өҫтөндә эшләү туҡталып ҡалды. Шул уҡ йылда беҙ Чеховтың «Туй»йын әҙерләнек һәм «грант»ҡа ошо спектаклде ҡуйырға ҡарар иттек. Әммә Мәскәүҙә быны ҡабул итмәнеләр, һәм беҙ ҡайтанан Шукшинға әйләнеп ҡайттыҡ, — тип һөйләй ул.

Шукшиндың «Итектәр», «Ҡояш, ҡарт һәм ҡыҙ», «Ныҡыш», «Степка», «Мунса һәм баҡса хужаһы», «Ышанам!» хикәйәләре буйынса «Ҡыҙыҡ был тормош!..» тигән спектакль әҙерләнде.

темалар: театрҙар