4 декабрь, Йәкшәмбе

21 февраль 2011 йыл, 17:13

Фәриҙә Ҡудашеваның исеме мәңгеләштереләсәк

автор: Михаил Сытин

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы Ҡудашеваның исеме мәңгеләштереләсәк. Саралар планы БР Хөкүмәтенең 2011 йылдың 21 февралендәге 147-р  бойороғо менән раҫланды.

«Дуҫлыҡ моңо» Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале һәм Башҡортостан баш ҡалаһы – Өфөнөң яңы урамдарының береһе уның исемен йөрөтәсәк. Бынан тыш, Октябрь революцияһы урамындағы ул йәшәгән йортто күренекле мәҙәниәт эшмәкәре барельефы төшөрөлгән таҡтаташ биҙәйәсәк.  

Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙының тыуыуына 90 йыл тулыу хөрмәтенә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тантаналы кисә үтәсәк, ә 2012 йылда уның тормошо һәм ижады менән бәйле материалдарҙан дәүләт аудио- һәм видеоархивы төҙөргә планлаштырыла. Архив «Алтын фонд» серияһын һәм документаль фильм сығарыуҙың бер өлөшө булып торасаҡ.

Шишмә районының Келәш ауылында Фәриҙә Ҡудашеваның Йорт-музейы төҙөләсәк, ә Шишмә ҡасабаһы урамдарының береһе мәшһүр йырсы һәм артист хөрмәтенә уның исеме менән аталасаҡ.

темалар: хәтер