Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Өфө күсемһеҙ милеккә инвестициялар һалыу өсөн Уралдағы перспективалы ҡалалар араһында

Иҡтисад

Penny Lane Realty консалтинг компанияһы торлаҡ милкенә инвестициялар һалыу перспективалығы буйынса ҡалалар рейтингын төҙөнө. Исемлектә Екатеринбург алда тора. Биш ҡалаға шулай уҡ Ҡазан, Томск, Краснодар һәм Дондағы Ростов инә.

Өфө был рейтингка инмәй, ләкин шул уҡ ваҡытта күсемһеҙ милеккә инвестициялар һалыу өсөн Уралдағы иң перспективалы ҡалаларҙың береһе булып тора. Башҡортостан етәкселеге аҙ ҡатлы төҙөлөш өлкәһендәге социаль программаларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн инвесторҙар саҡырыу буйынса әүҙем эш алып бара, тип хәбәр итә «Эксперт-Урал» баҫмаһы.  

Былтыр республика баш ҡалаһында 650 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлдө һәм файҙаланыуға тапшырылды.

Исемлек төҙөгәндә һигеҙ параметр иҫәпкә алынды: йәшәү өсөн хәүефһеҙлек, экологик шарттар, ҡала төҙөү тармаҡтарының стратегик мөһимлеге һәм ҡала төҙөү предприятиеларының иҡтисади һөҙөмтәлелеге, йән башына килем, төбәк властары пландары һәм федераль маҡсатлы үҫеш программалары, беренсел һәм икенсел баҙарҙарҙа уртаса хаҡтар кимәле һәм торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть