Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һыуыҡтар арҡаһында тәүлек әйләнәһенә дежур итеүгә күсте

Иҡтисад

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалығының коммуналь предприятиеларында аномаль һыуыҡтар арҡаһында инженер-техник персоналдың тәүлек әйләнәһенә дежур итеүе ойошторолған. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария бригадалары ҡорамалдары һәм автотранспорт средстволары, коммуналь инфраструктура объекттарының — резерв электр энергияһы менән тәьмин итеү сығанаҡтарына, ҡаҙанлыҡтарҙың резерв яғыулыҡҡа күсеүгә әҙерлеге тикшерелгән.

Предприятиеларҙа йәмғеһе 462 авария-йүнәтеү бригадалары һәм 1148 техника берәмеге бар. Авария-тергеҙеү эштәрен үткәреүгә 177 миллион һум суммаға матди-техник средстволар запастары булдырылған.

Йәшәйеште тәьмин итеү системалары эшендә өҙөклөктәр булғанда аварияларҙы нормативта билдәләнгән ваҡытта бөтөрөү өсөн көс һәм средстволар етерлек.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан муниципаль берәмектәр хакимиәттәре исеменә температура минимумынан үткәндә йәшәйеште тәьмин итеү объекттарының тотороҡло эшен ойоштороу өсөн өҫтәмә саралар ҡабул итеү тураһында мөрәжәғәт ебәрелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть