3 декабрь, Шәмбе

21 февраль 2011 йыл, 14:06

Өфө лимонарийы ҡышҡы һыуыҡҡа бирешмәй

автор: Ғәлиә Нәбиева

Аномаль һыуыҡтар Өфө лимонарийы хеҙмәткәрҙәрен ярайһы уҡ борсолорға мәжбүр итте. Хәҙер йылытыу хужалығының бөтә ҡаҙандары ышаныслы эшләй һәм һауа температураһы плюс 15 градустан түбән төшмәй. Уҡыу-тәжрибә хужалығы мөдире Фәриҙә Садиҡова һөйләүенсә, экзотик үҫемлектәр хәҙерге һыуыҡтарға бирешмәй. Иң мөһиме, һыуыҡтарға ел һәм ҡар өҫтәлмәһен. Ә төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуа ҡалһа, бында төтөн шаршауы лимондарға урамдағы һыуыҡтарға ҡаршы торорға ярҙам итһен өсөн усаҡ яғыу мөмкинлеге булдырылған.  

Лимонарийҙа тәүлек әйләнәһенә дежур итеү ойошторолған. Өфө урман хужалығы техникумы студенттары һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Әлеге ваҡытта быяла аҫтында лимондар сәскәгә бөрөләнгән. Юбилейный цитрус сорттары сәскә ата башлай. Ә лимондарҙың тотошлай сәскәгә күмелеүе март башында көтөлә.