11 декабрь, Йәкшәмбе

21 февраль 2011 йыл, 12:55

Башҡортостандың бөтөн райондарында миҙгелле ауыл хужалығы эштәре штабтары ойошторолған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың бөтөн 54 районында ла миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен үткәреү буйынса штабтар ойошторолдо һәм эшләй башланы. Уларҙы муниципаль район башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралыҡтары (бүлектәре) начальниктары етәкләй, штабтар составына баш агрономдар, инженерҙар, иҡтисадсылар ҙа ингән. Әлеге ваҡытта республика аграрийҙары сәсеү эштәрен башлауға техника әҙерләй, орлоҡтарҙы сәсеү кондицияһына еткерә. Сөнки ике айҙан беренсе тракторҙар баҫыуға сығасаҡ, һәм 2011 йылғы сәсеү кампанияһы башланасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда бер айҙан артыҡ алдағы сәсеү кампанияһына әҙерлек буйынса республика шатбы эшләй. Уны БР Хөкүмәте вице-мэры, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев етәкләй. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, штаб республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрен орлоҡ материалдары, минераль ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү буйынса саралар күрә. Яҙғы баҫыу эштәренә йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәр хеҙмәтенә түләү һәм матди дәртләндереү буйынса рекомендациялар биреләсәк.