5 декабрь, Дүшәмбе

21 февраль 2011 йыл, 12:57

Өфөлә БР Фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы идараһы ултырышы үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостан Республикаһы Фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы идараһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Осрашыуҙа мари, удмурт һәм мордва вәкилдәре ҡатнашты. Был турала «Башинформ» агентлығына «Эрвел Марий» төбәк мари милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Павел Бикмурзин хәбәр итте.

Ултырышта ҡатнашыусылар, Башҡортостанда фин-уғыр халыҡтары мәҙәниәтен һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә, республика үткәргән милли сәйәсәт тәжрибәһе бөтөн Рәсәй өсөн өлгө булып тора, тип билдәләне.

— Беҙ илдең бөтөн фин-уғыр халыҡтары вәкилдәрен берләштерерлек дөйөм Рәсәй ойошмаһы төҙөүҙе тикшерҙек, — тине Павел Бикмурзин. – Республикала бындай берләшмә бар, был тәжрибәне бөтөн Рәсәйгә таратырға кәрәк.  

Ассамблея ағзалары шулай уҡ мордва тарихи-мәҙәни үҙәген ойоштороу мәсьәләһен күтәрҙе.

Мәғлүм булыуынса, мариҙарҙың – Мишкә ауылында, удмурттарҙың Яңы Тәтешлелә үҙ тарихи-мәҙәни үҙәктәре бар.

Павел Бикмурзин хәбәр итеүенсә, ултырышҡа башҡа төбәктәрҙән делегаттар килгән. Атап  әйткәндә, осрашыуҙа «Мер Канаш» Бөтә мари Советы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Лариса Яковлева һәм Марий Иле мәҙәниәт, матбуғат һәм милләттәр эштәре буйынса министры урынбаҫары Галина Ширяева ҡатнашты.